Шаран районында баҫыуҙарҙа ҡар аҫтында ятып ҡалған шәкәр сөгөлдөрө эшкәртеүгә оҙатыла

4 мең тоннанан ашыу татлы тамыр. Раевка һәм Шишмә шәкәр заводтарына ебәрелә. Райондың 5 хужалығы сөгөлдөр үҫтергән, быйыл 24 мең тонна тамыраҙыҡ ҡаҙып алынған. Уртаса уңыш ҡеүәте гектарынан 340 центнер. Күрһәткс былтырғынан бер аҙ юғарыраҡ.