Ейәнсура районының Ишемғол ауылында йәшәүселәр урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында дүртенсе тапҡыр ҡатнаша. Быға тиклем халыҡ тәҡдиме менән ауыл мәҙәниәт йортоноң түбәһе яңыртылған, тамаша залында ултырғыстар алмаштырылған, балалар спорт һәм уйын майҙансыҡтарына йыһаздар алынған. Быйыл иһә 583 кеше йәшәгән Ишемғол ауылында зыярат кәртәһе яңыртыласаҡ.