Бөгөн Фаил Алсыновҡа* хөкөм ҡарары сығарылды

Башҡортостанда Фаил Алсыновҡа* хөкөм ҡарары сығарылды. Суд уны  Рәсәй  Енәйәт кодексының 282-се статьяһы буйынса ғәйепле тип таныны һәм  4 йылға дөйөм режимлы колонияға оҙатты.

Росфинмониторинг Фаил Алсыновты* террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерҙе. “Башҡорт”* ойошмаһын  экстремистик тип танығандан һуң ул енәйәти, деструктив эшмәкәрлеген туҡтатмаған, милләт-ара ыҙғыш тыуҙырған, Украинаның ҡораллы көстәренә ярҙам иткән, сит илдә йәшәгән экстремистар менән бергә илдең бөтөнлөгөн ҡаҡшатыуға йүнәлтелгән эш алып барған. Башҡортостанда экстремистик ойошма менән көрәш 2019 йылдан бара. Республика етәксеһе башланғысы менән Башҡортостандың Юғары суды 2020 йылда милли ыҙғышҡа әйҙәгән саралар ойошторған өсөн “Башҡорт”* ойошмаһын  экстремистик тип таныны һәм уның эшмәкәрлеген тыйҙы. Был ойошманы 5 йыл буйына Фаил  Алсынов* етәкләне.

* — Росфинмониторингтың террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелде.  

* — 2020 йылдың 22 майында Башҡортостан Юғары суды “Башҡорт”* ойошмаһын  милли ыҙғышҡа әйҙәгән саралар ойошторған өсөн экстремистик ойошма тип таныны һәм уның эшмәкәрлеген тыйҙы.