Медицина тармағы өсөн сифатлы кейемдәр етештереүсе предприятиеға заманса тегеү машиналары ҡуйылды, махсус туҡымалар килтерелде. Сәнәғәт, энергетика, инновациялар министрлығынан бүленгән субсидиялар предприятие тегенселәренең эшен еңелләштерергә, продукция күләмен арттырырға булышлыҡ итә. Әлеге ваҡытта Башҡортостандың еңел сәнәғәт тармағы 300-ҙән ашыу предприятиены һәм шәхси эшҡыуарҙы берләштерә. Былтыр улар яҡынса 11 миллиард һумлыҡ кейем-һалым теккән.