Хәйбулла районы Ивановка ауылында Динис Бикбов иҫтәлегенә хәтер таҡтаһы асылды

Батырҙар онотолмай. Хәйбулла районы Ивановка ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған Динис Бикбов иҫтәлегенә хәтер таҡтаһы асылды. Илһөйәрлек сараһында яугирҙың яҡындары, хәрби хәрәкәт ветерандары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Динис Бикбов былтыр июлдә махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән юлланған. Октябрҙә һауа-десант ротаһында хәрби бурысын үтәгәндә уның ғүмере өҙөлгән. Яҡташтары яугирҙы яуаплы, илһөйәр, тоғро шәхес тип иҫкә алды.