Беҙҙең заман геройҙары. Бөгөн Өфө ҡалаһы хакимиәтендә «Луна» ҡушаматлы яугир менән брифинг үтте. «Луна» Ҡариҙел районы ҡыҙы, алғы һыҙыҡта ике йылға яҡын. Район үҙәк дауаханаһының ашығыс медицина ярҙамы станцияһында эшләгән медицина хеҙмәткәре махсус хәрби операцияға тәүҙә Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығы бригадаһы составында бара. Ә үткән йылдың яҙынан контракт буйынса «Башҡортостан» батальонының медицина ротаһында хеҙмәт итә. Йәш, нәзәкәтле ҡыҙға госпиталдә эшләргә лә, алғы һыҙыҡтан яралы яугирҙарҙы алып сығырға ла, тәүге ярҙам күрһәтергә лә тура килә. Башҡортостан менән бәйләнеш көслө, даими хәстәрлек тоябыҙ, ти «Луна ҡушаматлы яугир ҡыҙ.