Яңауыл районынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәфғәт Мәғәзов бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне

Сал сәсле яугир Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай һәм урындағы хакимиәттән ҡотлауҙар ҡабул итте. Ветеран бөгөн дә йор һүҙле аралашыусан, сәнғәткә ғашиҡ булып йәшәй. Юбиляр үҙе Яңауыл тальянсыларынан музыкаль бүләк тә әҙерләнгәйне. Билдәле булыуынса, һуғыш башланыу менән Мәғәзовтар ғаиләһенән биш ир бала фронтҡа китә, уларҙың өсәүһе батырҙарса һәләк булған. Рәфҡәт Солтангәрәй улы Курск дуғаһындағы аяуһыҙ алышта, Украина, Румыния, Болгария һәм Венгрияны азат итеүҙә ҡатнаша. Еңеү көнөн Австрияла ҡаршы ала. Тыныс тормошҡа ҡайтҡас та колхозда тимерсе булып эшләй, дүрт бала тәрбиәләп үҫтергән.

Рәфғәт Солтангәрәй улын бала саҡтан белеүемә шатмын. Колхозда комбайнсы ярҙамсыһы булып тәжрибә туплағанда ул беҙҙе лә тимерселек эшенә өйрәтте. Был һөнәр артабанғы тормошта ныҡ ярҙам итте. Ауыр, ҡатмарлы тормош юлы үтеүгә ҡарамаҫтан ул тормошҡа һөйөүен юғалтмаған, бөгөн дә йыр- моңдо онотмағыҙ, күңелегеҙҙә һәр ваҡыт йыр булһын тип ҡабатланы .

Илшат Вәзиғәтов, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты