Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Граждандар институты, матбуғат һәм дин комитеты махсус хәрби операциялағы егеттәребеҙгә йылы кейемдәр тектереп оҙатты.
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай алғы һыҙыҡтағы яҡташтарыбыҙға даими рәүештә ярҙам күрһәтә. Депутаттар гуманитар ылауҙар әҙерләүҙән тыш яугирҙарҙы ҡануни йәһәттән яҡҡлау буйынса ла эш алып бара. Граждандар институты, мәғариф һәм дин комитеты үҙ сиратында егеттәргә йылы кейем тектереп ебәрергә хәл иткән. Депутаттар тарафынан туплаған аҡсаға флис материал һатып алынған. Уларҙы тегеү менән Башҡортостандың «Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ һәм бәйләйбеҙ» ирекмәндәре шөғөлләнгән. Йылы әйберҙәр «Башҡортостан» полкының ремонт ротаһы егеттәренә ебәрелгән. Комитет рәйесе Рөстәм Ишмөхәмәтов әйтеүенсә, был бүләктәр егеттәребеҙҙе һалҡындарҙан да һаҡлаясаҡ, яташтарының күңел һәм йөрәк йылыһын да еткерәсәк.