Башҡортостанда быйыл өҫтәмә 13 газ заправкалау станцияһы төҙөү бурысы ҡуйылған

Республикала машиналарҙы газға ташлама менән күсерергә мөмкин. Сығымдарҙың бер өлөшөн дәүләт һәм «Газпром» ойошмаһы ҡаплай. Ғөмүмән, Башҡортостанда быйыл өҫтәмә 13 газ заправкалау станцияһы төҙөү бурысы ҡуйылған. Әле республикала ошондай 51 станция иҫәпләнә, улар һаны буйынса республика илдә икенсе урында. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.

Машинаны шыйыҡ яғыулыҡтан газға күсереү өсөн бер тәүлек ваҡыт кәрәк. Ғәҙәттә, йөк машинаһына 4 йәки күберәк газ баллоны ҡуйыла. Бындай күләм 700 саҡрымға етә. Цехҡа еңел автомобилдәр ҙә индерелә. Баллондар ҡуйылғас та, иң тәү сиратта, унан газ сығыу-сыҡмауы тикшерәләр. Мастерҙар водителдәрҙе машинаны газ менән заправкаларға ла өйрәтә.

Газдың арзаныраҡ булыуы бер өҫтөнлөк. Газда йөрөгән машиналар двигателе аҙыраҡ туҙа. Метан - экологик яҡтан иң таҙа яғыулыҡ һанала. Шуға ла машинаны газға күсерергә теләүселәр менән бергә республикала газ заправкаһы станциялары ла арта.

Краснодарға китеп барам. Машинамда 5 газ баллоны, 800 саҡрым юлға етә. Башҡортостан аша ошо трассанан 10 йылдан ашыу йөрөйөм. Быға тиклем бында газ станциялары бармаҡ менән генә һанарлыҡ ине. Хәҙер етерлек.

Алексей Кондратьев, йөк машинаһы водителе

Бөгөн еңел машинаны газға күсереү хаҡы 105 меңдән һумдан 150 мең һумға барып баҫа. Ә йөк машинаһын йыһазландырыу бер нисә тапҡырға ҡиммәтерәк. Дәүләт ярҙамында сығымдарҙың яртыһына тиклем ҡапларға мөмкин. Программаға «Газпром» ойошмаһы тоташҡан саҡта, хатта бушлай күсеү мөмкинлеге бар. Тик программа сиктәрендә бер нисә шартты үтәү мөһим.

Рәзилә Ғиниәтуллина