Ауырғазы районында «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһы буйынса йомғаҡлау ултырыштары үтә

Ауырғазы районы ауыл биләмәләрендә «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһы буйынса йомғаҡлау ултырыштары үтә. Уларҙың һөҙөмтәләре буйынса республика конкурсында ҡатнашасаҡ проекттар билдәләнәсәк.

Бөгөн райондың Батыр, Нуғаҙаҡ һәм Бишҡайын ауылдары биләмәләре башлыҡтары осрашыуында халыҡты борсоған мәсьәләләр тураһында уртаға һалып һөйләшелде. Бишҡайындар, мәҫәлән, республика программаһында һигеҙенсе йыл ҡатнаша. Ошо ваҡыт эсендә улар трактор ҙа һатып алған, мәктәп һәм мәҙәниәт усағының ҡыйығын, ишек-тәҙрәләрен дә яңыртҡан.

«Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһында Сыуаш-Ҡарамалы ауылы биләмәһе лә ҡатнашырға ниәтләй. Быйыл тәҡдим ителәсәк проект инициатив төркөм һәм бағыусылар тарафынан раҫланған. Яҡын көндәрҙә ул республика конкурсына тәҡдим ителәсәк.