Бөтә донъя иҡтисади форумында әлегә фәнгә билдәһеҙ сир тураһында һүҙ барҙы

Бөтә донъя иҡтисади форумында әлегә фәнгә билдәһеҙ сир - яңы эпидемияға донъяның әҙерлеге тураһында һүҙ барҙы. Фаразлауҙар буйынса, «Икс» вирусы әлегә юҡ, әммә уның COVID-19 кеүек мәкерле, ә үлем кимәле 20 процентҡа күберәк булыуы ихтимал.

Биологик сир таралған осраҡта, Рәсәй һәм Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау өлкәһе был яңы һынауға әҙер, тип билдәләй белгестәр. Бөгөн республикала эпидемия миҙгелендә бер-береһе менән өс төрлө вирус йәшәй. Был коронавирус, грипп вирусы һәм башҡа киҫкен респиратор ауырыуҙар.

Икс вирусы бөгөн юҡ, был яңы пандемияға әҙерлек кимәлен тикшереү ысулы һәм күҙаллауҙар ғына. Эпидемия башланған хәлдә, инструкция төҙөү, структуралар араһында бәйләнеш булдырыу, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең әҙерлеген барлау шарт.

Азат Мөхәмәтйәнов, Республика клиник инфекция дауаханаһы баш табибы