Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров хәбәр итә. "Рәсәй" күргәҙмәһе өсөн стенд әҙерләгән командаға рәхмәт. Беҙҙең презентация иң яҡшыларҙың береһе. Беҙ республиканың инвестиция, сәнәғәт, мәҙәни һәм туристик мөмкинлектәрен лайыҡлы күрһәттек. Башҡортостан үҫешә. Республика менән ғорурланабыҙ", -ти ул. "Рәсәй" күргәҙмәһе йәйгә тиклем эшләй.