Кешеләрҙең хәстәрлеге мышы, ҡабан, ҡоралай, ҡуян һәм башҡа кейектәрҙең һанын һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов белдереүенсә, зоология заказниктары һәм тәбиғәт парктарында 200-гә яҡын махсус урын булдырылған. Һалҡында һәм тәрән ҡар ятҡанда хайуандарға аҙыҡ табыу ауыр. Беҙ уларҙы хәстәрләргә бурыслы, ти ведомство етәксеһе. Республика урмандарында һәм фермер хужалыҡтарында болан-маралдар йәшәй. Белоруссиянан килтерелгән зубрҙар ҙа Башҡортостан тәбиғәтен үҙ итте.