"Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" программаһы киңәйтелә

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, быйылдан яңы йүнәлештәр ҡаралған. Программала ҡатнашыусылар Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Ҡаҙағстанға сәфәр ҡыла аласаҡ. Проект Радий Хәбиров башланғысы менән ғәмәлгә ашырыла. Өлкән йәштәгеләрҙең сәләмәтлеген яҡшыртыу, уларҙы әүҙем ялға йәлеп итеү маҡсаты  ҡуйыла.