Башҡортостандан ике коллектив “Волга буйы театрҙары” фестивале финалында ҡатнаша

Унда йәштәр һәм балалар театрҙары сығыш яһай. 5-се юбилей миҙгелендә 14 төбәктән 28 спектакль һайлап алынды. Беҙҙең республиканан “Табын” халыҡ ижады коллективы һәм “Күңел күҙе” халыҡ инклюзив театры ҡатнаша. Ошо көндәрҙә эксперттар видеоспектаклдәрҙе ҡарап рейтинг әҙерләй.  Еңеүселәр Ижевскиҙа 27 мартта, Бөтә донъя театр көнөндә, иғлан ителә.