Башҡортостанда контракт хеҙмәт нигеҙендә диңгеҙ пехотаһына ҡабул итеү ойошторолдо

Рәсәй оброна министрлығы менән килешеү буйынса 18 йәштән 60 йәшкә, айырым осраҡтарҙа 65 йәшкә тиклем ир-егеттәр хәрби-диңгеҙ пехотаһында хеҙмәт итә ала. Ир-егеттәр махсус әҙерлек үткәс кенә, хәрби частарға юллана. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Республика хәрби комиссариатында документтар тултырған ир-егеттәр контракт хеҙмәтенә ҡул ҡуйырға әҙерләнә. Төрлө район-ҡалаларҙан йыйылған көслө заттар араһында хәрби тәжрибәһе булмаған, әммә диңгеҙ пехотаһында хеҙмәт итергә теләүселәр байтаҡ.

Диңгеҙ пехотаһы тарихтан уҡ элиталы хәрби ғәскәрҙәр һанала. Пехота яугирҙары һыуҙа ғына түгел, ерҙә һәм күктә оборона тота, сиктәрҙе һаҡлай, төрлө ҡоралдар һәм техника менән файҙалана ала. Махсус хәрби операция биләмәһенә юлланған ир-егеттәргә дәүләт тарафынан түләүҙәр һәм социаль льготалар гарантиялана.

Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә юлланған ир-егеттәргә айлыҡ түләүҙәр 204 мең һумдан башлана. Кәмендә бер йылға контракт төҙөгәндә, 195 мең һум күләмендә бер тапҡыр түләү ҙә ҡаралған. Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн 117 һандары буйынса берҙәм телефон һандарына шылтыратырға мөмкин.

Диңгеҙ пехотаһы ғәскәрҙәре Рәсәйҙең барлыҡ флоттары составына - Төньяҡ, Тымыҡ океан, Балтика, Ҡара диңгеҙ, шулай уҡ Каспий флотилияларына инә. Махсус хәрби операция барышында хәрбиҙәр Ватан сиктәрен һаҡлап, һөнәри бурысын башҡара.

Флорида Ким