Өфөнөң 97-се мәктәбе «Һалдатҡа хат» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды

Батырҙарға һағынышлы сәләм. Өфөнөң 97-се мәктәбе «Һалдатҡа хат» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Сара сиктәрендә балалар махсус хәрби операция ҡатнашыусыларына махсус посылкалар ҙа әҙерләгән. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Балалар яугирҙарға яҙған хат-сәләмен уҡый. «Һалдатҡа хат» Бөтә Рәсәй акцияһына Өфөнөң 97-се мәктәбенең икенсе класс уҡыусылары икенсегә ҡушыла. Сара ата-әсәләр менән берлектә тормошҡа ашырыла. Шуға ла хатҡа өҫтәп балалар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға кәрәкле әйберҙәр ҙә килтергән.

Улар ҙа яугирҙар һорауы буйынса тупланған. Хатта эт-бесәйҙәргә тиклем хәстәрлек күрелгән. Бөгөн балалар өйҙәренән буш консерва банкыларын килтереп, шулай уҡ йәшниктәргә тултырҙы.

Ғөмүмән, Өфөнөң 97-се мәктәбе бындай сараларҙа тәүгә ҡатнашмай. Изге эш хайуандар приютына ярҙам итеүҙән башлана. Артабан, улар «Беренселәр хәрәкәте» тип исемләнгән Бөтә Рәсәй ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушылып, үҙҙәрен төрлө акцияларҙа һынап ҡарай.

Хәрәкәткә ҡушылып беҙ аккумулятор батареялары, макулатура, шешә ҡапҡастарын да йыйҙыҡ. Үҙебеҙҙең идеялар менән дә бүлешәбеҙ. Эт-бесәйҙәр приютына ла ярҙам ойошторҙоҡ. Бөгөн эш донъяуи кимәлгә етте.

Маргарита Краснопёрова, Өфөнөң 97-се мәктәбенең башланғыс класс уҡытыусыһы

97-се мәктәптең икенсе класында тормошҡа ашырылған изге эшкә башҡа уҡыусылар ҙа ҡушыла. Улар ҙа Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерергә теләй. Кәрәкле әйберҙәр тупланғас, гуманитар ылау алҡы һыҙыҡҡа оҙатыласаҡ.

Азат Ғәлиуллин