Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бәхетһеҙ осраҡ уҙған төндә Лепешкин ауылындағы шәхси йортта теркәлгән. Был ваҡытта өйҙә 26 йәшлек әсә һәм уның өс ҡыҙы була. Ҡатын 7 айлыҡ балаһы менән тышҡа сығып өлгөрә, ә көслө төтөн һәм янғын һөҙөмтәһендә 3 һәм 4 йәшлек ике ҡыҙ баланы ҡотҡара алмайҙар.
Әлеге ваҡытта фажиғә урынында тәфтиш комитеты, хоҡуҡ органдары һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы эшләй. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса суд экспертизалары комплексы тәғәйенләнә, шаһиттарҙан һорау алына, янғын сәбәптәре асыҡлана. Тәтишселәр «Ике һәм унан күберәк кешене һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлемгә килтереү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.