Байрам төнө алдынан Башҡортостан сиркәүҙәрендә һыуҙы изгеләндереү йолаһы башҡарылды. Республикала һыуға сумыу өсөн 99 махсус урын әҙерләнгәйне. Уларҙың береһе Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә Ағиҙел йылғаһында ойошторолдо. Был хаҡта БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендәге Крестовоздвиженский ҡорамында халыҡ ғибәҙәт ҡылырға йыйылған. Улар бөгөн һауыттарға изге һыу ҙа тултырып алып ҡайтасаҡ.
Руханиҙар Нижегородка биҫтәһе урамдары аша йәйәүләп үтеп, Ағиҙел йылғаһы ярындағы рәсми мәкегә юлланды. Урында ҡотҡарыусылар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре эшләне.
Йола үтәүселәргә кейем алмаштырыу өсөн йылы палаткалар ҡоролғайны. Һау-сәләмәт һәм көслө рухлылар өс тапҡыр һалҡын һыуҙа сынығыу үтте. Тәндәрен һәм йәндәрен пакландырып, насар ғәҙәттәрҙән йыраҡ тороуҙарын иҫбатланы.
Өфөнөң Ленин районында Ағиҙелдә һыу инеүселәр хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн бөтә шарттар булдырылған. Халыҡ йылынһын өсөн күсмә мунса эшләй, бушлай туҡландырыу ойошторолған.
Гүзәл Борханова