Сарала ғалимдар, профилле умартасылар, экологтар ҡатнашты. Шулай уҡ сәнәғәт ҡорамалдары күргәҙмәһе ойошторолдо. Бал ҡорттарын тотоу һәм дауалау практикаһына айырым иғтибар бүленде. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова дауам итә.
Умартасылар тоҡомо вәкиле Мортаза Солтанғолов түмәр умартаны күргәҙмәгә Федоровка районынан килтергән. Оҫта уны боронғо ысул менән, халыҡ телендә «әтәлге» йә «балау» тип аталған инструмент ярҙамында өйәңкене соҡоп эшләгән. Бер түмәрҙән миҙгеленә яҡынса 30 килограмм бал сыға.
Атай-олатайҙарынан ҡалған кәсеп умартасы өсөн күңел талабы. Ә файҙалы аҙыҡты нисек сәнәғәт кимәлендә етештерергә? Башҡортостанда 30-ҙан ашыу сәнәғәт умартасылары бар, уларҙың хужалығында 300 күстән артыҡ умарта иҫәпләнә.Съезда балды етештереү күләмен арттырыу, уны һатыуҙы яйға һалыу, тропилелапсоз ауырыуын еңеү ысулдары һәм тармаҡ белгестәрен борсоған башҡа һорауҙар ҡаралды.
Балды сәнәғәткә карпат, карника, бакфаст тоҡомло ҡорттар етештерә. Уларҙы Башҡортостанға индергән хәлдә, айырым биләмәләргә урынлаштырыу күҙаллана. Шулай уҡ съезда башҡорт тоҡомло ҡорттарҙың да сәнәғәт өсөн бал йыйыу тәжрибәһе мөмкинлеге тикшерелде.
Лилиә Мәҡсүтова