Өфөнөң Октябрь райынында урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы ярҙамында 80-дән ашыу проект тормошҡа ашырылған. Быйыл да халыҡ тәҡдимдәр индереүҙә әүҙем ҡатнаша. 197-се балалар баҡсаһында тәҙрәләр алмаштырыласаҡ. Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы сиктәрендә 323-сө, 308-се мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеларында йәйге верандалар яңыртыласаҡ.тротуарҙар, юлдар тәртипкә килтереләсәк.