Мәскәүҙә «Башҡортостан традициялары» халыҡ ижады аҙналығы асылды

Республика халыҡтарының тарихы, ғөрөф-ғәҙәттәре, милли үҙенсәлектәренә арналған аҙналыҡ «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә сиктәрендә ойошторолдо. Сараның һәр көнө айырым темаға бағышланасаҡ. Мәҫәлән, бер көн милли кейем, икенсе көн аш-һыу традициялары иғтибар үҙәгендә буласаҡ. Аҙналыҡ дауамында күргәҙмә ҡунаҡтары ҡурай моңдары тыңлай, яҡташтар менән аралаша һәм оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша ала.