Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы яугирҙар төркөмө юлланды

Ике аҙналыҡ ял тамам. Ҡыҫҡа ваҡытлы отпускынан һуң, Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы яугирҙар төркөмө юлланды.

Яҡташтарыбыҙ алғы һыҙыҡта икенсе йыл. Улар махсус хәрби операцияға мобилизация буйынса 2022 йылдың көҙөндә ингән. Ошо ваҡыт эсендә егеттәр икенсе тапҡыр ялға ҡайтҡан. Ҡыҫҡа ваҡытлы отпуск мәлендә яугирҙар туғандары, дуҫтары янында булған, балалар, студенттар менән осрашыуҙарҙа ҡатнашҡан. Яҡташтарыбыҙ алыҫ юлға үҙҙәренә генә түгел, хеҙмәттәштәре өсөн дә кәрәкле әйберҙәр, күстәнәстәр алған. Алғы һыҙыҡтағыларға тыуған яҡ сәләмен, йылһын алып барабыҙ, ти улар. «Амур» ҡушаматлы яугир һөнәре буйынса педагог, Өфө районы Дорогин мәктәбендә биология уҡытыусыһы булып эшләгән. Уның ялы күберәк тыуған мәктәбе коллективы менән үткән.

Отпускаға бергә ҡайтҡан кеүек, махсус хәрби операция биләмәһенә лә яугирҙар ойошҡан рәүештә юлланды. Ир-егеттәрҙе хеҙмәт урынына «Башавтотранс» автобустары алып барасаҡ. Транспорт саралары маршруты республика башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ойошторола. Егеттәрҙе «Өфө-арена» спорт комплексы майҙанынан туғандары, яҡындары оҙатып ҡалды.