Дәүләт автоинспекцияһан хәбәр итеүҙәренсә, Ишембай -Стәрлетамаҡ - Ҡарайған автомобиль юлының 9-сы километрында «Лада Калина» менән «Субару Форестер» автомобилдәре бәрелешкән. Юл ваҡиғаһында Рәсәй транспортының 62 йәшлек водителе һәләк булған. Әле полиция һәм башҡа хеҙмәттәр авария сәбәптәрен асыҡлай.