Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы дәүләт инспекторҙары Иглин районына ҡараған биләмәгә ойошторолған рейд барышында әкиәти мөйөшкә юлыҡҡайны. «Яңылыҡтар» сығарылышында билдәһеҙ кеше тарафынан тәбиғәткә зыян килтермәйенсә ял урыны булдырылыуы тураһында репортаж да күрһәтелде. Тәбиғәтте музейлы иткән оҫта менән танышырға ваҡыт. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Иглин ауылынан Рәмзил Әхмәтов көн дә мотосанаһына ултырып урманға юллана. Унда өс йыл элек үҙ ҡулдары менән тораҡ ҡорған. Ишектәре һәр кем өсөн асыҡ. Ҡышҡы сатлама һыуыҡ булһынмы, йәйге селләме - инеп ял итеп сығырға мөмкин. Теләктәр китабындағы яҙыуҙар рәхмәт һүҙҙәре менән тулы.
Ял итергә мөмкин, усаҡ яғыу тыйыла. Ағас эше оҫтаһы Рәмзил Әхмәтов тораҡ тирәләй биләмәлә үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен дә яҙып ҡалдырған. Дәүләт инспекторҙары урман эсендәге әкиәти мөйөшкә рейд барышында юлыҡҡайны. Уларҙы айырыуса асыҡ һауалағы музей хайран ҡалдырҙы. Экспозицияны байытыуға үҙҙәренең дә өлөшөн индерҙеләр.
Рәмзил Әхмәтов урман эсендә ял урыны ғына булдырып ҡалмай, ҡоштарға тағараҡ-оялар ҙа эшләгән. Әйткәндәй, махсус йыһазландырылған биләмәлә һыу ятҡылығы ла бар, үрсетеүгә балыҡ та ебәрелгән. Һыуҙағы тереклеккә һауа булһын өсөн мәке уйылған.
Рәмзил Әхмәтов ғүмер буйы стропальщик булып эшләгән, хаҡлы ялға сыҡҡас ағас эшенә ҡыҙыҡһыныуы артҡан. Башта ихата алдына семәрләп төрлө әкиәт персонаждарын яһаһа, һуңынан йорт йыһаздарын эшләүг тотонған. Ҡатыны, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре уның һәр идеяһын ҡыуанып ҡабул итә.
Зилә Әхмәтова ла хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан , йәмәғәт транспортында кондуктор булып эшләй. Йорттағы гөл-сәскәләр - хужабикәнең тормошҡа һөйөү билдәһе.
Татыу ғаилә яратҡан шөғөлдәре менән бәхетле. Зилә Әхмәтова йортон гөл үҫтереп йәмләһә, тормош иптәше көн дә урманға йөрөп, ҡоро ағастарҙан мөғжизәле әкиәт донъяһы ҡора, иң мөһиме - был матурлыҡ килгән һәр ҡунаҡҡа күңел тыныслығы өҫтәй, ял минуттарын онотолмаҫ тәьҫораттар менән байыта.
Гөлназ Хәйбуллина