Ейәнсуралар сәләмәт йәшәү рәүешен һайлай

Өлкән быуын вәкилдәре «Салауат» спорт-һауыҡтырыу комплексында шөғөлләнә. Уҡыусы йәштәр ҡышҡы спорт төрҙәренән хоккейға өҫтөнлөк бирә. Сәләмәт тормош яҡлылар менән БЮТ ижади төркөмө осрашты.

Арсен ауылы район үҙәге Иҫәнғолдан 85 саҡрым алыҫлыҡта. Бында ҡышҡы спорт уйындарынан хоккей үҫешкән. Хоккей коробкаһы йылда бағыусылар ярҙамы менән төҙөлгән. Уйынсылар өсөн кейенеп-сисенеү бүлмәһе, электрон табло ошо ауылдан сыҡҡан бағыусылар иҫәбенә «Атайсал» пректы сиктәрендә ҡоролған.

Боҙҙа хоккей уйнау Арсен үҫмерҙәренең иң яратҡан шөғөлдәренең береһе. Командалар тулыһынса коньки, битлек, бирсәткәләр, шлем менән экипировкаланған.

Йәш спортсыларҙа хоккей менән шөғөлләнеү өсөн бөтө шартар ҙа бар. Йылы кейенеп-сисенеү бүлмәһен ауылдың әүҙем кешеләре өмә ярҙамында төҙөгән. Башҡортостандың көньяғында йылғырлыҡ, физик көс, тиҙлек талап иткән спорт төрө менән хатта ҡыҙҙар ҙа шөғөлләнә.

Миңә 11 йәш. Хоккей менән бик теләп шөғөлләнәм. Беҙ йыш ҡына Ырымбур өлкәһе командаһы менән ярышабыҙ. Оҙайлы күнекмәләр һәм тренерҙың дәрләндереү һүҙҙәре беҙгә еңеүгә ышаныс бирә.

Лилиә Яппарова, Арсен ауылы «Һаҡмар» хоккей клубы командаһы һаҡсыһы

Бишенсе, етенсе класс уҡыусылары Арсен ауылы урта мәктәбе тәрбиәсеһе Лев Егоровтан хоккей уйнау серҙәренә өйрәнә.

Күнекмәләр асыҡ боҙҙа аҙнаһына өс тапҡыр үтә. Уҡыусылар боҙҙо ҡарҙан үҙҙәре үк таҙарта. Остаздары балаларҙы илһөйәрҙәр итеп тәрбиәләү маҡсатын ҡуя.

Беҙҙең команда иҫәбендә алты күсмә кубок һәм алтын миҙалдар. Малай-ҡыҙҙарҙы көслө, физик әҙерлекле итеп күргем килә.

Лев Егоров, Арсен ауылының «Һаҡмар» хоккей клубы командаһы тренеры

Район үҙәге Иҫәнғолда урынлашҡан «Салауат» спорт һәм һауыҡтырыу комплексында иһә сәстәренә сал кергән өлкән быуын вәкилдәре шөғөлләнә. Ололар өсөн күнегеүҙәрҙе тренер Альбина Мәжитова йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып төҙөгән.

Ике айҙан ашыу әүҙем спорт төрҙәре менән шөғөлләнеүселәр үҙҙәрен яҡшыраҡ һәм ышаныслыраҡ тоя башлаған.

Ейәнсуралар тынғыһыҙ, эшлекле донъяла бәләкәй генә туҡталыштар яһай, әүҙем спорт менән шөғөлләнеп, сәләмәт йәшәү рәүешен һайлай. Утыҙҙан ашыу гүзәл зат үҙгәрештәрҙе үҙенән башлай, яҡшы физик формала булыу өсөн ваҡытын йәлләмәй.

Бассейндағы күнекмәләргә өлкән быуын вәкилдәренә ташламалар ҡаралған. Яҡшы ғәҙәттәргә, дөйөм кешелек тәртибенә, әҡләҡи ҡиммәттәргә таяныу, төбәктә демографик хәлде яҡшырытырға ла мөмкинлек бирер тип күҙаллана.

Гүзәл Борханова