Башҡортостандың тағы бер ауылында фельдшер-акушер пункты асылды

Ҡариҙел районы Мерәсем ауылында яңы учреждение файҙаланыуға тапшырылды. Ул 240 кешене хеҙмәтләндерә. Бина бөтә талаптар һәм санитар нормаларға яуап бирә. Башҡортостанда 2022 йылдан 64 медицина учреждениеһына капиталь ремонт эшләнгән, 280 фельдшер-акушер пункты һәм табип амбулаторияһы асылған.