Баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейы уңайынан «Юридик Өфө» тип исемләнгән туристик маршрут булдырылды

Проектты Өфө фән һәм технологиялар университетының Хоҡуҡ институты студенттары Рәсәй юристар ассоциацияһының төбәк бүлексәһе ярҙамында тормошҡа ашыра. Экскурсиялар барышында юриспруденцияға бәйле Өфөнөң тарихи һәм иҫтәлекле урындары менән танышырға мөмкин. 16-сы гимназияла белем алыусылар туристик маршруттың тәүге ҡатнашыусылары булды. Йыл дауамында барасаҡ проекттың тәүмаҡсаты - үҫеп килгән быуындың хоҡуҡи грамоталығын арттырып, тарихи хәтер, суд һәм хоҡуҡ һаҡлау системаһына ихтирамлы мөнәсәбәт тәрбиәләү.