«Салауат Юлаев» Өфөлә «Амур» командаһын ҡабул итте

«Салауат Юлаев» клубы һаҡсыһы Евгений Бирюков Континенталь хоккей лигаһы тарихында беренсе булып меңенсе уйынын үткәрҙе. 37 йәшлек спортсының рекорды «Амур» командаһы менән осрашыу алдынан билдәләнде. Хоккейсылар һаҡсыға иҫтәлекле джерси һәм алтын сәкән бүләк итһә, клуб етәксеһе Ринат Бәширов башҡорт бүреге менән ҡыуандырҙы. Евгений Бирюков КХЛ-да 2008-2009 йылдар миҙгелендә Магнитогорскиҙың «Металлург»ы өсөн уйнай башлаған һәм ике тапҡыр Гагарин Кубогын яуланы. Һуңынан һаҡсы «Салауат Юлаев» клубына күсте. «Амур» менән осрашыуға килгәндә, юлаевсылар овертаймда 3-2 иҫәбе менән еңеү яуланы. Хәл иткес шайбаны Джош Ливо индерҙе. Был уйындан һуң яҡташтарыбыҙ ситтәге осрашыуҙарға әҙерлек башланы. Алыҫ Көнсығышҡа сәфәре сиктәрендә улар 24 һәм 26 ғинуарҙа