Башҡортостанда медицина ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса тағы ла бер завод асыу ҡарала

Уны Мәскәү өлкәһенең «Стериум» компанияһы төҙөргә ниәтәлй. Был инвесторҙарҙың Башҡортостандағы тәүге проекты түгел. Бөгөн Иглин районында медицина ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса Рәсәйҙәге тәүге завод сафҡа индерелде, ул Б класлы хәүефле ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса махсуслашҡан. Завод эшенә оператив кәңәшмәнән онлайн рәүештә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров старт бирҙе. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Медицина ҡалдыҡтарын эшкәртеү заводы заманса лабораторияларынан ҡалышмай. Заманса, таҙа, иркен. Башҡортостандағы 5 меңдән ашыу медицина учреждениеһының ҡалдыҡтары хәҙер ошонда, үҙәкләштерелгән рәүештә эшкәртелә. Республикала көн һайын 30 мең тонна ҡулланылған шприц, капельница, бирсәкткә, марля кеүек әйберҙәр юҡ ителә. Уларҙың 7 меңе хәүефле Б класына ҡарай, йәғни төрлө йоғошло ауырыуҙар таратыуы ихтимал. Ошоға тиклем медицина ҡалдыҡтарын юҡ итеү менән һәр учреждение үҙе шөғөлләнгән.

Иглин районындағы экозаводты Мәскәү өлкәһенең «Стериум» заводы төҙөгән. Инвесторҙар республикала ошондай тағы ла бер объект сафҡа индерергә ниәтләй. Был проект «Инвестиция сәғәте»ндә ҡаралғандан һуң тормошҡа ашырыла.

Оператив кәңәшмәлә урамдарҙы, ихаталарҙы ҡарҙан таҙартыу проблемаһы ла күтәрелде. Һуңғы көндәрҙә һауа торошоноң боҙолоуы, ҡар яуыуы, буран сығыуы ҡайһы бер биләмәләрҙә хәрәкәт туҡтауына килтергән.

Былтыр Башҡортостан ауылдарында 6 меңдән яҡтыртыу ҡоролмалары урынлаштырылған, йәғни хәҙер яҡтыртылған урамдарҙың оҙонлоғо 298 километр. быйыл да ошо маҡсатта 300 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Был тәү сиратта хәүефһеҙлек, тине Радий Хәбиров.

Башҡортостанда сабыйҙарҙың үлем күрһәткесе лә кәмегән. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре фекеренсә, ыңғай үҙгәреш комплекслы эшмәкәрлек менән бәйле.

Өфөлә 92 урынға иҫәпләнгән Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге лә ишектәрен асты. Был аҙнала медицина учреждениеһында кескәй пациенттарға тәүге операциялар үткәрелә башлай.

Рәмзиә Кәримова