Ул 2019 йылда тергеҙелеп, бөгөн республиканың бер нисә нөктәһендә эшләй. Ошо ваҡытта һөт ризыҡтары 70 меңдән ашыу кешегә таратылған. Цехтарҙа эш нисек алып барыла һәм кем бушлай һөт ризыҡтарына дәғүә итә? Нефтекама «Һөт кухняһы»нан БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһы.
Ҡуйылыҡ һәм әселек. Һөт сифатының төп күрһәткестәре ошо. Нефтекама һөт кухняһына сеймал көн һайын Балтас районынан килтерелә. Цехҡа лаборатория тикшереүен уңышлы үткән аҡ ҡына үткәрелә.
Цехта эш тулыһынса автоматлаштырылған. Һөт өс төрлө һауытҡа оҙатылып, бер нисә ваҡытта эремсек һәм йогуртҡа әүерелә. Һөттө эшкәртеү һәм ҡаптарға тултырыу өсөн механизацияланған ҡоролмалар яуап бирә. Сменалағы өс оператор иһә ҡаптарҙы һыуытҡысҡа ташып тора.
Әле цехта өс төрлө тәмләткес - ер еләге, персик, алма һәм груша менән йогурт сығарыла. Һаҡлау ваҡыты 5 тәүлеккә тиклем етә. Етештерелгән һөт ризыҡтары урында уҡ һатыла.
Ысынлап та, балалар һаулығы өсөн борсолаһы юҡ: һөт ризыҡтары составында тик һөт, әсетке һәм еләктәр. Һөт тә, эремсек тә, йогурт та тәбиғи яҡтан таҙа, файҙалы ғына түгел, тәмле лә. Быға иртәндән үк сауҙа нөктәһендә сират йыйылыуы дәлил.
Нефтекама «Һөт кухняһы» республиканың 10 районы һәм 3 ҡалаһын хеҙмәтләндерә. Йәмғеһе республикала һөт ризыҡтары таратыу буйынса 132 нөктә бар. Продукцияға ауырлы ҡатындар, аҙ тәьмин ителеүсе ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе 3 йәшкә тиклемге, опекаға алыныусы балалар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ғаиләләре дәғүә итә.
Рәзилә Ғиниәтуллина