Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Раил Рамаҙановтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны

Матур кеше, абруйлы педагог, аҡыллы етәксе. Рәсәйҙең почетлы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Раил Рамаҙановтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Ул оҙаҡ йылдар Өфөнөң 45-се мәктәбе директоры булды. Белем усағы сайтында билдәләнеүенсә, Раил Рифғәт улының юғары кешелеклек сифаттары уға берҙәм коллектив тупларға, тырыш балалар тәрбиәләргә, ата-әсәләр менән уртаҡ тел табырға булышлыҡ итте. Барыбыҙ өсөн ауыр юғалтыу тип яҙылған некрологта. Раил Рифғәт улы менән хушлашыу бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында үтте.