Башҡортостан биатлонсыһы Антон Бабиков сираттағы еңеүен яуланы

Удмуртияның баш ҡалаһында Рәсәй Кубогының дүртенсе этабы һәм «Ижевск винтовкаһы» уҙышы үтте. Ярышта Рәсәйҙең һәм Белоруссияның иң яҡшы спортсылары көс һынашты. Ир-егеттәрҙең мега-масс-стартында яҡташыбыҙ Антон Бабиков беренсе килде. Ул финиш һыҙығын республика флагы менән үтте. Көмөш миҙалға Белоруссия вәкиле Дмитрий Лазовский, бронзаға Төмән өлкәһе өсөн сығыш яһаусы Александр Логинов лайыҡ булды. Бер көн алда Антон Бабиков спринтта икенсе булғайны.