Бөрөлә Ағиҙел аша боҙҙан үтергә мөмкин

Бындағы ҡышҡы күпер йәнә асылды. Ул хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә. Боҙ юлынан ауырлығы 3 тоннанан артмаған машиналар үтә  ала. 7 ғинуарҙа был урында  фажиғә булды. Ауыр фура батты, водителенең  ғүмере өҙөлдө.  Йөк машинаһы ауырлығы  боҙ күперендә  рөхсәт ителгән норманан  күп тапҡырға ҙур  булған.