"Башҡортостан тауары" тип тамғаланған продукция артҡан

Проект дипломанттары  һаны  күбәйә  бара. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев белдереүенсә, бөгөн ошо бренд аҫтында 767 етештереүсе эшләй. Уларҙың күбеһе аҙыҡ-түлек етештерә. Республикала сығарылған 29 мең тауар "Башҡортостан тауары" тип  тамғалана.  Продукция сит илдәргә  лә  һатыла. Беҙҙең республика етештергәнде  Ҡаҙағстан, Беларусь, Үзбәкстан, Төркиә, Ҡытай һәм  Берләшкән ғәрәп  әмирлектәре  күпләп ала.