Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров хәбәр итте. Республика башлығы белдереүенсә, былтыр төбәктәрҙә 8 мең яҡтыртҡыс һәм 3 мең терәү ҡуйылған. Был маҡсатта бюджеттан 300 миллион һум аҡса бүленгән. Радий Хәбиров билдәләүенсә, был сумма тиҙ арала ғына барлыҡ мәсьәләләрҙе хәл итеү мөмкинлеге бирмәй. Әммә эш даими һәм планға ярашлы алып барыла, сөнки яҡты урамдар ул матурлыҡ ҡына түгел, тәү сиратта хәүефһеҙлек һәм уңайлыҡ тигәнде аңлата, тип билдергән төбәк етәксеһе.