Республика башлығы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Владимир Путинға рәхмәтен белдерҙе

Владимир Владимировичҡа яҡташтарыбыҙға ярҙам иткәне өсөн рәхмәт. Һәм республикабыҙға ҡарата изге һүҙҙәр өсөн.

Башҡортостан ысынлап та Рәсәйҙең батыр яугир - һаҡсылары ере, илдең терәк төбәктәренең береһе булды, бар һәм буласаҡ тип яҙҙы республика башлығы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.