Берҙәм хеҙмәттәшлек - үҫешкә нигеҙ. Иртәгә Астанала «Ҡаҙағстан - Башҡортостан» бизнес-форумы старт ала. Радий Хәбиров республиканың рәсми делегацияһын етәкләй. Уның составына төбәктең Хөкүмәт, төрлө министрлыҡ-ведомство етәкселәре, бизнес-берләшмә вәкилдәре ингән. Мәртәбәле сара сиктәрендә эшлекле осрашыуҙар көтөлә. Әлегә Ҡаҙағстандың иген союзы һәм Аҙыҡ-түлек контракт корпорацияһы менән һөйләшеүҙәрҙең уңышлы үтеүе билдәле. Астананан БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә
«Байтирәк монументы» - Астананың төп иҫтәлекле урындарының береһе. Мөһабәт архитектур композиция Ҡаҙағстандың үҫеш юлында булыуын символлаштыра. Киләсәккә ышаныс менән ҡараған республика Башҡортостандың да мөһим партнерына әйләнде. Тауар әйләнешен арттырыу, Иҡтисади бәйләнештәрҙе тағы ла нығытыу бурысы ҡуйылған. Был йәһәттән яҡтар араһында бизнес форум уҙғарылыуы оло әһәмиәткә эйә.
Эшлекле сарала Радий Хәбиров етәкселегендә ҙур башҡорт делегацияһы ҡатнаша. Етмештән ашыу эре сәнәғәт һәм ауыл хужалығы предприятиеһы, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре саҡырылған. Бөгөн Төбәк етәксеһен Ҡаҙағстандың баш ҡалаһында ҡаршы алдылар. Бизнес форум сиктәрендә юғары кимәлдәге осрашыуҙар көтөлә.
Ҡаҙағстан -Башҡортостан форумын уҙғарыу майҙансығы итеп Астаналағы конгресс үҙәк һайлап алынған. Тап бында ике республика араһындағы хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса мөһим килешеүҙәргә ҡул ҡуйыласаҡ. Транспорт логистикаһына, башҡа илдәргә экспортты арттырыуға айырыуса иғтибар бүленә.
Бизнес форумда Ҡаҙағстандан ғына дүрт йөҙҙән ашыу предприятие ҡатнашырға теләк белдергән. Башҡортостан компаниялары менән хеҙмәттәшлек йүнәлештәре лә күп яҡлы
Уҙған йылдың ун бер айы һөҙөмтәләре буйынса Ҡаҙағстан менән тышҡы сауҙа әйләнеше 440 миллион долларҙан ашып, 3.1 процент ҡа артҡан. Экспорт буйынса айырыуса үҫеш күҙәтелә
Рәсәй президенты ҡушыуы буйынса быйыл Башҡортостанда Рәсәй Ҡазағстан төбәктәре форумы үтәсәк. Астанала ойоштороласаҡ эшлекле сара күләмле ваҡиғаға әҙерлек тә булып тора. Яңы үҫеш нөктәләрен билдәләргә ваҡыт
Гөлназ Хәйбуллина