Матбуғат йортона капиталь ремонт, ваҡытлы матбуғат баҫмалары журналистарына эш хаҡын күтәреү, Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына әҙерлек. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бөгөн республика гәзит-журналдарының баш мөхәррирҙәре менән осрашты. 2024 йыл республикала төбәк, федераль һәм халыҡ-ара кимәлдәге мөһим ижтимағи-сәйәси ваҡиғалар менән билдәләнәсәк. Дәүләт Президентын һайлау, Өфөлә үтәсәк Рәсәй һәм Ҡаҙағстандың төбәк-ара хеҙмәттәшлек һәм халыҡ-ара спорт форумдары. Республика киң мәғлүмәт саралары алдында мөһим бурыстар тора. Осрашыу тураһында тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова.
Был цехтарҙа халыҡ көтөп алған республика гәзит-журналдары баҫыла. Яңы китап, буяу еҫе сыҡҡан бүлмәләрҙә үҙ эшен яратып башҡарған белгестәр эшләй. Әммә 1972 йылда эш башлаған типографияның баҫма машиналары бөгөн таушалған. Уларҙы яңыларына алмаштырырға кәрәк, бинаға капиталь ремонт талап ителә.
Республика башлығы матбуғат йорто эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты. Бинала киләһе йыл капиталь ремонт эштәре башланасаҡ. Әле төҙөкләндереү буйынса проект-смета әҙерләнгән.
Бөгөн республикала 146 дәүләт ваҡытлы матбуғат баҫмаһы теркәлгән, улар 6 телдә донъя күрә. Гәзит-журналдарҙың уртаса дөйөм тиражы 238 мең дананан ашыу. Һуңғы йылда Башҡортостанда тираж 5 процентҡа кәмегән, шул уҡ ваҡытта Рәсәй буйынса был күрһәткес 10 процентты тәшкил итә.
2024 йылда ил Рәсәй Президентын һайлай. Журналистарға халыҡҡа һайлау программаһының асылын һәм йөкмәткеһен аңлатырға кәрәк тип билдәләне республика башлығы. Шулай уҡ быйыл республикала төбәк, федераль һәм халыҡ-ара кимәлдәге мөһим ижтимағи-сәйәси ваҡиғалар үткәрелеүе көтөлә. Мәғлүмәти һуғыш осоронда журналистарға ысынбарлыҡты яҡтыртыу мөһимлеге билдәләне, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә мөмкин теклем ярҙам күрһәтергә тигән бурыс ҡуйҙы.
Журналистар менән осрашыуҙа республика етәксеһенә тиҫтәнән ашыу һорау яңғыраны, улар башлыса эш хаҡы, кадрҙар мәсьәләһе, баҫма тираждары кәмеүенә ҡайтып ҡалды. Республика башлығы ветеран яҙыусылар һәм журналистар өсөн «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһында ял итеү өсөн квоталар бүленәсәк тип белдерҙе
Республикала ҡәләм оҫталарына дәүләт ярҙамы саралары арта. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия күләме 5 тапҡырға арттырылды, журналист һөнәренең абруйын күтәреү маҡсатында Башҡортостан башлығы премияһы булдырылды, 300 һум күләмендәге матди ярҙам йыл һайын иң яҡшы 20 авторға тапшырыласаҡ.
Лилиә Мәҡсүтова