Республикала 1 мең 800 ҡаргиҙәр техник күҙәтеү үтмәгән

Был мототехниканың төҙөк, хәүефһеҙ булыуына ышаныс юҡ, ти инспекторҙар. Тейешле документтары, файҙаланыу рөхсәте булмаған ҡаргиҙәрҙәрҙе һәм үҙйөрөшлө техниканы асыҡлау маҡсатында республикала махсус айлыҡ башланды. Бөгөндән алып 20 февралгә тиклем инспекторҙар юлдарҙа рейдтар ойошторасаҡ.

Әлбиттә, тейешле документтары булмаған водитель дөйөм юлға сыҡмай. Яҡшы йыһазландырылған, көплө тағылмаға тейәп йөрөтөлгән ҡаргиҙәрҙең, ғәҙәттә, документтары теүәл була. Тәртип боҙоусылар башлыса төпкөлдәрҙә, ти инспекторҙар. Был аңлашыла , теләмәгәндән түгел. Техник күҙәтеү урындары алыҫ булғанлыҡтан да байтаҡ ҡаргиҙәрҙәр рөхсәтһеҙ файҙалана. Шуға күрә инспекторҙар был осорҙа тәртип боҙоусыларҙы язаға тарттырып ҡына ҡалмай , ә үҙҙәре үк урындарға барып мототехникаға тикшереү уҙғарырға әҙер.

Әле республикала 6 мең тирәһе ҡаргиҙәр һәм мототехника иҫәпләнә. Шуларҙың 4 меңе техник күҙәтеүе үткән. Был дөйөм күләмдең 64 проценты. Инспекторҙар барлыҡ үҙйөрөшлө техниканы ла тикшерә. Шул иҫәптән стадиондарҙа, кеше күпләп ял иткән урындарҙа эшләүсе тракторҙар ҙа иғтибар үҙәгендә. Улар менән идара итеүгә йәлеп ителгән водителдәрҙең документтары ла тикшерелә. Хәүефле техника менән махсус белеме булған профессионалдар ғына идара итә ала, ти инспекторҙар.