Республика башлығы экстремистарҙың һәм радикалдарҙың ысын йөҙөн күрһәткәндән һуң, тамашасылар беҙгә яңы факттар һәм материалдар ебәрә башланы. Уларҙың береһендә сит ил агенты Руслан Ғәббәсов - экстремист тип танылған Фаил Алсыновтың иң яҡын көрәштәше-башҡорт халҡына мөрәжәғәт итә. Ул әҙәпһеҙ лексика ҡулланып, башҡорттарҙы Америка Ҡушма штаттарына рәхмәт белдермәүҙә ғәйепләй. Ғәббәсов фекеренсә, хәҙерге ваҡытта йәшәгән һәр башҡорт үҙ ғүмере өсөн Америкаға бурыслы.
Рәсәйҙә тыйылған « Башҡорт» ойошмаһында Фаил Алсыновтың урынбаҫары булған Руслан Ғәббәсов хәҙер Литвала йәшәй, унда Рәсәй ғәҙеллегенән ҡасҡан. Көнбайышта ул урындағы киң мәғлүмәт сараларына Рәсәйгә ҡаршы риторика менән әүҙем интервью бирә. Уға хатта Брюсселдең Европа Парламенты стеналарында һүҙ бирәләр. Сығышында ул НАТО илдәре етәкселеген власты баҫып алыу һәм илде бер нисә ваҡ бойондороҡһоҙ дәүләткә бүлеү өсөн Рәсәйгә ғәскәр индерергә саҡыра.
* — Фаиль Алчинов внесен в список террористов и экстремистов Росфинмониторинга.
** — решением Верховного суда РБ от 22.05.2020г. организация «Башкорт» признана экстремистской организацией и ее деятельность запрещена на территории России.
*** – Руслан Габбасов включен Минюстом в число физлиц-иноагентов, Росфинмониторингом внесен в перечень организаций и физических лиц, в отношении которых имеются сведения об их причастности к экстремистской деятельности или терроризму.