Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа Экология кодексына үҙгәреш әҙерләнә. Уға ярашлы дәүләт власы органдарына тирә-яҡты һаҡлау мөнәсәбәттәре өлкәһендә вәкәләттәр өҫтәлә. Сүплектәр һәм ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигондары, элекке сәнәғәт ойошмалары майҙансыҡтарын иҫәпкә ҡуйыу бурысы тора. Бындай мәғлүмәт экологик зыян эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн планлы эш алып барырға мөмкинлек бирәсәк, тип белдерәләр парламенттан. Закон проекты был аҙнала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышында ҡарала.