"Яҡтыкүл" тау саңғыһы үҙәгенә тиклем маршрутта мобиль элемтә яҡшырҙы

Туристик биләмәлә яңы ҡоролмалар  урынлаштырылды. Йәлембәт, Күлле, Михайловка, Красная Башкирия ауылдыранда 4G элемтә булдырылды. "Яҡтыкүл"гә  Башҡортостан халҡынан тыш, Силәбе, Свердловск, Төмән, Татарстан, Һамар туристары күпләп килә. Навигация приборҙары, социаль селтәрҙәрҙе ҡулланған элемтә һәм интернет сифаты ҙур әһәмиәткә эйә, - тип хәбәр итәләр Һанлы үҫеш министрлығынан.