Ҡарлы урамдарҙа оҙон тығындар барлыҡҡа килә. “Ихаталарҙа машиналар көрттә бата, бер-береһенә килеп бәрелә”, - тип яҙа социаль селтәрҙә баш ҡала халҡы. Күҙәтеүсе ведомствонан белдереүҙәренсә, коммуналь хеҙмәттәрҙең эшен көсәйтеү өсөн тейешле саралар күрелә. Республика прокурорының өлкән ярҙамсыһы Регина Батталова:
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтӨфө урамдарын таҙартыуға көн һайын 400 берәмек торлаҡ-коммуналь техника 1 мең 300 хеҙмәткәр йәлеп ителә. Шул уҡ ваҡытта халыҡ баш ҡала хакимиәте сайтында 6 мең самаһы заявка ҡалдырған. “Ҡарлы Өфө” интерактив картаһына ҡабул ителгән мөрәжәғәттәрҙе эшкәртеү барышы менән хакимиәттең матбуғат хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары Лариса Сәлихова таныштыра.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтСиноптиктар хәбәр итеүенсә, республикала алдағы өс көндә яуым-төшөм көтөлмәй.