Төбәктә уҡыусылар үҙ проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн ярты миллион һумлыҡ субсидия йәлеп итә ала

Был инициативалы бюджетлау программаһы сиктәрендә мөмкин. Уҡыусыларға мәктәптә шарттарҙы яҡшыртыу буйынса проект әҙерләп, конкурсҡа ебәрергә кәрәк. Быға тиклем республиканың төрлө район-ҡала уҡыусылары телестудия, ял зоналары, роботехника кластары асҡан да инде. Ә Дүртөйлө гимназияһында ашхана төҙөкләндерелгән. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.

Һаумыһығыҙ тип инәләр, рәхмәт тип сығып китәләр. Әйтмәй булмай ҙа: бындағы ашнаҡсылар үҙ эшен намыҫлы башҡара: файҙалы, иң мөһиме, тәмле аштар бешерә. Макарон, картуф, турама - һәр бер уҡыусының яратҡан ашы бар.

Дүртөйлө гимназияһы ашханаһында хәҙер тәмле генә түгел, яҡты һәм заманса ла. Туҡланыу бүлмәһе ремонттан һуң үҙгәргән.

Быға тиклем ашханала иҫке лампалар булған. Ремонттан һуң, яҡтылыҡ етмәү проблемаһы хәл ителгән. 120 урынға иҫәпләнгән туҡланыу бүлмәһендә яңы өҫтәлдәр, ултырғыстар ҡуйылған. Һауа таҙартыу ҡоролмаһы, яңы һыуытҡыстар һатып алынған.

Төҙөкләндереүгә аҡсаны уҡыусылар үҙҙәре республика бюджетынан йәлеп иткән. Инициативалы бюджетлау программаһы сиктәрендә уларға ярты миллион һум субсидия бүленгән. Ремонтҡа ата-әсәләр ҙә ҡушылған. Ашхананы төҙөкләндереү - гимназия уҡыусыларының икенсе проекты.

Рәзилә Ғиниәтуллина