Башҡортостанда юл хеҙмәттәре бер йылда 100 меңдән ашыу соҡор ямаған

Махсус электрон система ярҙамында юлдағы етешһеҙлектәр теркәлә һәм ремонт үткәрелә. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, юл соҡорҙарын ямау йыл әйләнәһе алып барыла. Ҡышын юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә йоғонто яһаған ҙур соҡорҙар ремонтлана. Дүрт йылда электрон система ярҙамында 500 меңдән ашыу соҡор асыҡланған һәм юҡ ителгән.