Колонналағы 8 йөк машинаһына внедорожниктар, утын, ике күсмә мунса, буржуйка мейестәр, төҙөлөш материалдары, генераторҙар тейәлгән. Бынан тыш, яугирҙарыбыҙға ирекмәндәр етештергән окоп шәмдәре, маскировка селтәрҙәре, йылы әйберҙәр һәм оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек ебәрелде. Гуманитар ылау яңы субъекттарҙа урын алған Башҡортостан хәрби берәмектәренә оҙатыласаҡ. Ярҙам республика дәүләт органдары, муниципалитеттар, йәмәғәт йоошмалары һәм битараф булмаған төбәк халҡы ярҙамында тупланған.