Төбәк етәксеһе алдағы ике-өс йылда яҡтар араһындағы тауар әйләнешен миллиард долларға тиклем еткереү буйынса амбициоз бурыс ҡуйылыуын билдәләне. Бының өсөн барлыҡ шарттар ҙа бар. Ҡаҙағстанда Башҡортостан предприятиелары һаны артыуы күҙәтелә. Бында Уңайлы инвестиция климаты булдырылған, был йүнәлештә урындағы эштәжрибәһен өйрәнеү маҡсаты ҡуйылған.