Хәүефһеҙ ҡала ниндәй булырға тейеш

Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса берҙәм дәүләт системаһы белгестәре ошо турала баш вата. Бөгөн улар баш ҡаланың «Торатау» конгресс-холына йыйылды. Сарала шулай уҡ гражданлыҡ оборонаһы, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү, янғын хәүефһеҙлеген һәм һыу объекттарында именлекте тәьмин итеү буйынса эшмәкәрлек һөҙөмтәләре барланды, киләсәккә бурыстар билдәләнде.

Йәмғеһе 27 төр датчик. Тәгәрмәстәр өҫтөндәге лаборатория һауалағы бар бысраҡ матдәләрҙе лә асыҡлау мөмкинлеге бирә. Мобиль станциянан алынған күрһәткестәр онлайн режимда оператор мониторына сығарыла.

Ә был камералар инде төтөн сығыуын билдәләй ала. Улар республиканың урманлы һәм янғындар йыш сыҡҡан райондарында урынлаштырылған. Ут сығыу менән улар ҙа операторға сигналдар ебәрә. Былтыр, мәҫәлән, ошо камералар ярҙамында 17 ерҙә төтөн сығыу осрағы асыҡланып, ҙур янғынды иҫкәртеүгә өлгәшелгән.

Быларҙың барыһы ла «Хәүефһеҙ ҡала» системаһы ярҙамында эшләй. Аппарат-программа комплексына шулай уҡ йәшәйештең төрлө өлкәләрендә эшләүсе 20 хеҙмәт беркетелгән. Мәғлүмәттәр республика менән идара итеү үҙәгенә ебәрелә һәм тиҙ арала ҡарарҙар ҡабул итеү мөмкинлеге бирә. Мәҫәлән, комплексҡа Өфөлә генә мең ярым видеокамераның күрһәткестәре сығарыла. Киләсәктә системаға ҡушылған хеҙмәттәр тағы ла артасаҡ ҡына.

Беҙ хәҙер иҫәптән сифатҡа күсәбеҙ. Йәғни камералар һанын арттырыу ғына түгел, ә уларҙың анализлай алыуы, йөҙҙәрҙе таныуы, төрлө хәүефле ваҡиғаларҙы бюилдәләй алыуын тәьмин итергә тейешбеҙ. Әле улар менән кеше идара итһә, киләсәктә аҡыллы программалар ғына күҙәтәсәк.

Кирилл Первов, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы

Комплекс ҡотҡарыусылар эшен күпкә еңеләйтә. Былтыр алдан күрелгән саралар һөҙөмтәһендә янғындарҙан 10 мең кеше эвакуацияланған. Һыуҙа 300 кешенең ғүмере һаҡлап алып ҡалынған. Киләһе йылда ла ҡотҡарыусылар ошо йүнәлештә эшен дауам итәсәк. Сөнки маҡсат ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөү түгел, ә уларҙы алдан иҫкәртеү.

Айнур Кәбиров