Вахтаға! Тик Себергә түгел, Башҡортостанға. Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы вахта юлы менән эшләүселәрҙе тыуған ерҙә ҡалдырыуға иҫәпләнгән «Башҡорт вахтаһы» проектына старт бирҙе. Бөгөн Бөрө ҡалаһында Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе кадрҙар һайлап алыу буйынса халыҡ менән осрашыу уҙғарҙы. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева ентекләберәк.
Сер түгел, ауылдарҙа һәр икенсе йорттан тиерлек ир-егеттәр һәм хатта, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа аҡса артынан Себергә юллана. Тап шундай категория хеҙмәт йәшендәгеләрҙе Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе кире борорға, үҙ станоктары артына баҫтырырға тигән ниәттә республика халҡы менән осрашыуҙар уҙғара башланы. Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының «Башҡорт вахтаһы» проекты буйынса тәүге йыйылыш Бөрөлә үтте.
Залда хеҙмәт урыны эҙләүселәр һәм башлыса вахта юлы менән эшләүселәр йыйылған. Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе етәкселеге уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Ойошма эшкә урынлашырға теләүселәр өсөн 4 айлыҡ уҡыуҙар үткәрә. Был ваҡыт эсендә мигрантҡа ике минималь хеҙмәт хаҡы, йәки 38 мең күләмендә стипендия түләнә. Артабан хеҙмәткәргә цехта ярты йыл эшләгәндән һуң 75 мең һум күләмендә эш хаҡы ҡаралған. Завод етәкселеге вәғәҙәләүенсә, айлыҡ түләү 110 мең һумғаса һәм унан кюғарыраҡ күтәрелә ала. Барыһы ла хеҙмәткәрҙең эшкә мөнәсәбәте, тырышлығына бәйле.
Завод вәкилдәре белдереүенсә, профилле һөнәре булғандар кадрҙар бүлегенә мөрәжәғәт иткәндең дүртенсе көнөндә станок артына баҫа ала. Оборона сәнәғәте предприятиеһына эшкә урынлашыу өсөн Рәсәй гражданины булыу мөһим. Сит илдә гражданлығы булғандар һәм хөкөм ителгәндәр алынмай.
Уҡыуҙан һуң предприятиела кәмендә ике йыл эшләү талап ителә. Был мөҙәттән алда эштән китеүсе стипендияның яртыһын кире ҡайтарырға бурыслы. Авиадвигателдәр етештереүсе завод өс төрлө смена графигы менән эшләй. Һәр кем үҙенә уңайлыһын һайлай ала. Шулай уҡ Себерҙә эшләп йөрөүселәргә бер ай ял ваҡытына ла эш тәҡдим ителә.
Вахта буйынса эшләүселәргә йәшәргә дөйөм ятаҡтан урын бирелә, торлаҡты ҡуртымға алып йәшәүселәргә 13 мең һум компенсация түләнә. Уҡыу ваҡытында бушлай ашатыу ойошторола.
Эшкә урынлашырға теләүселәр 8 - (347) 239-56-95 телефоны буйынса шылтырата йәки, заводтың umporabota.ru сайтында ғариза ҡалдыра ала.
Заводта токарь, фрезировкплаусы, иретеп-йәбештереүсе, программа менән идара ителеүсе станок операторҙары һәм башҡа төр һөнәрҙәр буйынса 3600 вакантлы хеҙмәт урыны бар.
Рәмилә Исмәғилева